Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Юстиция эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһының Дәүләт комитеты

Республика электрон дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү рейтингында 10-сы урын алды

16 Ноябрь 2018
59
0

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы Рәсәй Федерацияһы субъекттарының электрон хеҙмәттәр күрһәтеү сифаты даими мониторингына йомғаҡ яһаны, уның һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан 10-сы урын алды.

Был йүнәлештә төбәк эшмәкәрлеге 2017 йыл өсөн баһаланды.

Мониторинг уҙғарған белгестәр, ғәҙәттәгесә, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдары һәм урындағы үҙидара органдары gosuslugi.ru берҙәм порталында һәм төбәк дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталдарында күрһәткән өҫтөнлөклө хеҙмәттәрҙе анализланы.

Волга буйы федераль округы субъекттары араһында тәүге ун төбәккә Ульяновск өлкәһе инде, Башҡортостанды 1,7% уҙып.

Иң яҡшы күрһәткес Мәскәүҙә (89,92%), һан мәғәнәһендә Башҡортостан Республикаһы күрһәткесе 59,14% тәшкил итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдағы осор өсөн мониторинг йомғаҡтары буйынса республика 83-сө урында торҙо (20,3%).

http://www.bashinform.ru/news/1226366-bashkortostan-zanyal-10-mesto-v-reytinge-predostavleniya-elektronnykh-gosuslug/

  • Республика электрон дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү рейтингында 10-сы урын алды